Рәсәй Президенты Владимир Путин М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт сәнғәт музейы хеҙмәткәрҙәрен музейҙың 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы. Ил башлығының телеграммаһы Кремль сайтына һалынған.
"Музейҙы ойоштороуҙың сығанағында яҡташығыҙ - күренекле рәссам, энтузиаст һәм подвижник Михаил Васильевич Нестеров торған. Ул туған ҡалаһына уникаль ижади эштәр коллекцияһын - үҙенең дә, башҡа бик күп талантлы оҫталарҙың ижад емештәрен да бүләк иткән", - тип әйтелә ҡотлауҙа. Президент Нестеров йыйған коллекцияның "музейҙың иң бай экспозицияһы нигеҙен" тәшкил итеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Уның һүҙҙәренсә, әлеге түңәрәк дата - Өфө һәм бөтә Башҡортостандың мәҙәни тормошонда әһәмиәтле ваҡиға."Бик күп быуын хеҙмәткәрҙәрҙең иҫ киткес һөнәри традицияларға тоғро булыуы һәм юғары компетентлыҡ һөҙөмтәһендә музей сәнғәткә баһа биреүселәрҙең лайыҡлы рәүештә танылыуына иреште, ә уның фондтары яңы, ҡыҙыҡлы экспонаттар менән үҫә", - ти Владимир Путин.
Ил Башлығы учреждение коллективына һөнәри ҡаҙаныштар, мәҙәни, художество һәм тарихи мираҫты һаҡлауҙа уңыштар теләгән.