газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2020, 14:45

"Күңелле старттар"ҙа күңелле

Ҡалалағы бөтә мәғариф учреждениелары кеүек үк, 25-се башҡорт гимназияһы ла "Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020" республика фестиваленә ҡушылды.

Ҡалалағы бөтә мәғариф учреждениелары кеүек үк, 25-се башҡорт гимназияһы ла "Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020" республика фестиваленә ҡушылды. Фестивалдең төп маҡсаты - ғаилә менән бергә ял итеү, күңел күтәренкелеге, дуҫлыҡ ныҡлығы. Гимназияла көн һайын төрлө саралар уҙғарылып тора. Әйтәйек, бөгөн, 6 ғинуарҙа, 4-се кластар ата-әсәләре менән бергәләп "Күңелле старттар"ға йыйылды. Улар бергәләп рәхәтләнеп йүгерҙеләр, төрлө спорт ярыштарында үҙ көстәрен һынанылар. Өйҙә телевизор йә булмаһа компьютер артында ваҡытты бушҡа уҙғарып ултырғансы, ошондай ярыштарҙа бергәләп ял итеп, физик һәм рух күтәренкелеге алып ҡайтыу күпкә отошлораҡ түгелме ни?
Гөлнара Иҙрисова, 4А класы уҡыусыһы Динис Иҙрисовтың әсәһе:
- Бөгөн бергәләп "Күңелле старттар"ҙа ҡатнаштыҡ. Тәнебеҙгә - сәләмәтлек, йәнгә тыныслыҡ алдыҡ. Гел генә өйҙә ултырып та ялҡыта бит. Ә бөгөнгө сара ҡәҙиме көндәребеҙгә төрлөлөк индерә. "Күңелле старттар" бик яҡшы итеп ойошторолғайны. Улым Динис та,үҙем дә бик ҡәнәғәтмен. Конкурстары ла ҡыҙыҡлы ине. Ғөмүмән, был фестивалде уҙғарырға ниәт итеп, бик шәп эшләгәндәр. Иң мөһиме, балаларҙың сәләмәтлеге бит. Ә физик күнегеүҙәр, спорт менән шөғөлләнеү бер кемгә лә ҡамасауламай.
Ата-әсәләр һәм балалар "Тиҙ кедалар" һәм "Метеор" командаларына бүленеп ярышҡандар. "Тиҙ кедалар" - беренсе, "Метеор" икенсе урынды яулаған. Афариндар!
Читайте нас: