газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2020, 13:15

Денге биҙгәге генә етмәгәйне...

Республикала бик хәүефле вирус - тропик Денге биҙгәгенең яңы осрағы теркәлгән. Былтыр уны ете кеше йоҡторғайны, шул иҫәптән ике бала.

Республикала бик хәүефле вирус - тропик Денге биҙгәгенең яңы осрағы теркәлгән. Былтыр уны ете кеше йоҡторғайны, шул иҫәптән ике бала.
Ҡайҙан килеп сыҡҡан был яуыз вирус?
Денге биҙгәге нигеҙҙә Африкала, Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, Океанияла, Кариб бассейны илдәрендә осрай, ә Рәсәйҙә ул - һирәк күренеш. Дәүләт теле-радиотапшырыуҙар компанияһы хәбәр итеүенсә, былтыр Башҡортостанда ете кешенең был сирҙе эләктереүе билдәле булһа, 2018 йылда хәүефле инфекцияға бер кем дә тарымаған.
Сир бик хәтәр, тәүге билдәләре – баш ауыртыу, хәлһеҙлек, биҙгәк тотоу, уҡшытыу, күҙҙән йәш ағыу, тән температураһының 39-41 градусҡа тиклем күтәрелеүе.
Фото:Flickr.com
Автор: Дина Арсланова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Denge-bi-g-ge-gen-etm-g-yne-64309/
Читайте нас: