Ҡырмыҫҡалыла Яңы йыл алдынан була был хәл. Реанимацияла комала ятҡан ир кеше иҫенә килгәндән һуң, дауахананан ҡаса. Дауахана хеҙмәткәрҙәре 50 йәшлек ирҙе күпме генә эҙләһә лә, таба алмай. Шунан һуң асыҡланыуынса, ул яланда ҡарға күмелеп йән биргән. Ирҙең спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыуы ла билдәле. Proufu хәбәрселәре яҙыуынса, яҡындары был фажиғәгә ышанып та етмәй.