газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2020, 21:00

Ярай әле сабый табылған

Баймаҡ районында Яңы йыл алдынан атаһы алып киткән ике йәшлек сабыйҙы эҙләү тамамланған.

Баймаҡ районында Яңы йыл алдынан атаһы алып киткән ике йәшлек сабыйҙы эҙләү тамамланған. Ул уны һалҡын фатирҙа ас тотҡан. Ҡатыны барып кергәндә, ир иҫереп йоҡлап ятҡан булған. Малайҙың әсәһе һөйләүенсә, уларҙың ҡайҙа булыу ихтималлығын мәрхәмәтле кешеләр әйткән.
- Бала ас, һалҡын фатирҙа бик өшөгән, атаһы иҫерек ята ине, әле лә айнымаған, - ти ҡото осҡан ҡатын. - Улымды өйгә алып ҡайттым. Әле һаман ашап туя алмай.
Ҡатындың элекке ире уларҙың ике йәшлек улдарын 2 ғинуар көндө үк ҡайтарып бирергә тейеш булған. Әммә 31 декабрҙә үк шылтыратыуҙарға яуап бирмәй башлаған. 4 ғинуарҙа баланы эҙләүҙә ярҙам итә алыусы кешеләргә мөрәжәғәт иткән.
- Рәсми рәүештә беҙ әле никахта, айырылышыуға ғариза бирҙек, әммә ирем быға каршы. Хәйер, беҙ 2019 йылдың авгусынан бирле бергә йәшәмәбеҙ. Мин уға улымды бирергә теләмәнем, ул йыш ҡына уны көсләп алып китеү менән янаны. Тик опека органдары атай кеше улы менән осрашырға хоҡуҡлы, тип тапҡан.
Хәҙер ҡатын опека органдарына мөрәжәғәт итергә уйлай. Ул ирҙең артабан да балаһы менән аралашыуын теләмәй.
Читайте нас: