газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2020, 20:10

Мәрхәмәтле кешеләр бар икән

Башҡортостанда мәрхәмәтле кешеләр йәш әсә менән балаға ярҙам иткәндәр.

Башҡортостанда мәрхәмәтле кешеләр йәш әсә менән балаға ярҙам иткәндәр. 2 ғинуарҙа Өфө-Белорет трассаһында була был хәл - автомобиль юлдан ситкән сығып оса. Йәш әсә һәм уның бәләкәй балаһы машинанан сыға алмайҙар, элемтә лә булмай. Уларға был хәлгә шаһит булған мәрхәтәле кешеләр ярҙам итә.
- Был хәл беҙҙең алда ғына булды. Беҙ тәүгеләрҙән булып уны ҡотҡарыуға тотондоҡ. Фажиғә хәүефле һаналған участка тирәһендә булды. Ҡотҡарыу хеҙмәтенә бер нисек тә шылтыратып булмай, унда элемтә юҡ. Туҡтап, ярҙам иткән водителдәрҙең барыһына ла рәхмәт инде. Айырыуса машинаны һөйрәп сығарған тулы приводы автомобиль хужаһына. Юлда бер-береңә ярҙам итергә кәрәк, - ти юл-транспорт ваҡиғаһы шаһиты Гөлнара Шәмсетдинова.

Читайте нас: