Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2020, 20:55

"Кисер мине, йүнһеҙ улыңды..."

Ни булды был егеттәргә? Әллә сабырһыҙлыҡмы, әллә армиялағы тәртипһеҙлеккә түҙеп булмаҫтаймы?

Ни булды был егеттәргә? Әллә сабырһыҙлыҡмы, әллә армиялағы тәртипһеҙлеккә түҙеп булмаҫтаймы?
Байкал аръяғының Ҙур Тура биҫтәһендәге частан бер һалдат ҡасҡан. Ул Силәбе өлкәһенән Артур Хәкимов була. Часты ташлап китер алдынан егет әсәһенә Кисер мине, йүнһеҙ улыңдытип хәбәр ебәргән.
Һалдат ҡасыуҙы алдан планлаштырған, тиҙәр. Тәүҙә – Читаға, унан Иркутскиға барырға ҡарар иткән. Алдантелефон аша машина эҙләгәне билдәле.
Хоҡуҡ һаҡлау һайлау ойошмаһы вәкиле Ксения Фәтҡуллина һалдатты иҫән килеш табырға кәрәк тип белдергән. Билдәле булыуынса, ул яҡтарҙа ауылдар, ҡалалар араһы алыҫ, һалдаттың туңып үлеү ихтималлығы бар.
Фото: Газета.ру
Автор: Венер Исхаҡов ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Kiser-mine-y-n-e-uli-di-63545/
Читайте нас: