Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2020, 17:25

Етем ҡалған балалар ни эшләр?

Яңы йыл төнөндә булған ҡот осҡос аварияла ике ҡатын һәләк булып, биш баланың етем ҡалғаны тураһында хәбәр иткәйнек инде. Машинала әсәләре менән бергә булған балалар әле ни хәлдә һәм уларҙы киләсәктә ниндәй яҙмыш көтә?

Яңы йыл төнөндә булған ҡот осҡос аварияла ике ҡатын һәләк булып, биш баланың етем ҡалғаны тураһында хәбәр иткәйнек инде. Машинала әсәләре менән бергә булған балалар әле ни хәлдә һәм уларҙы киләсәктә ниндәй яҙмыш көтә?
Ул көндө “ВАЗ-2113” автомобиле руле артында Римма З. ултырған була. Янында өс балаһы һәм әхирәте Гөлнара ла була. Бәрелеш һөҙөмтәһендә Гөлнара авария урынында, Римма реанимация бүлексәһендә һәләк була. Ә унар йәшлек Радим менән Рәдис әле һаман ауыр хәлдә Дүртөйлө районы үҙәк дауаханаһында. Римманың бер туған ағаһы Алмас Ш. белдереүенсә, малайҙарҙың береһе комала, икенсеһе ауыр хәлдә реанимацияла. Шулай уҡ машинала ултырған биш йәшлек Азарияның хәле һәйбәт.
– Табиптар бер нәмә лә әйтмәй, прогноздар бирмәй, беҙгә бик ауыр, – ти Алмас. – Балалар шәбәйер тип ышанабыҙ. Уларға нисектер әсәләренең үлеме тураһында ла әйтер кәрәк. Балалар беҙҙең менән йәшәйәсәк.
Аварияла һәләк булған Гөлнараның ике балаһы ла тома етем ҡалған. Улар авария мәлендә автомобилдә булмаған. Әхирәттәр бергә Яңы йылды ҡаршылайбыҙ тип китеп барған булған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары аварияның шарттарын асыҡлай. Һәләк булған ҡатындарҙың туғандары шаһиттар һәм видеотеркәү яҙыуҙарын эҙләй.
Фото: "Уфа1"
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: