Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2020, 20:10

Алты кеше юғала

Өфө районының Авдон ҡасабаһы эргәһендә алты кеше юғала. Балыҡҡа тип барған дуҫтарҙың ҡайтҡан саҡта баҫыуҙа автомобилдәре бата. Техниканы көрттән тартып сығара алмағас, бәләгә тарыусылар ҡотҡарыусыларға шылтырата.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте, төн булһа ла, өшөп хәлһеҙләнгән балыҡсыларҙы тиҙ арала табып, ярҙам күрһәтә.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ҡар яуғанда, боҙлауыҡ, буран, томан булғанда, водителдәргә юлға сыҡмаҫҡа, әгәр ҙә сәфәрҙе бер нисек тә кисектереп булмаһа, юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡәтғи күҙәтергә һәм экстремаль тәбиғәт шарттарына максималь әҙерлек менән генә юлға сығырға кәңәш итә.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Римма Султанова ("Башҡортостан" гәзитенән)https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Alti-keshe-yu-ala-63825/
Читайте нас: