-4 °С
Болотло
Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” аэропортында таможня хеҙмәткәрҙәре Истанбулдан ҡайтып килеүсе ирҙең багажын тикшергәндә тыйылған китаптар исемлегенә ингән дини баҫма таба.
Был китап иһә РФ Юстиция министрлығы тарафынан экстремистик материалдар исемлегенә индерелгән. Яҡташыбыҙ баҫманың тыйылыуын белмәгән.
Унан китапты тартып алғандар һәм ул әлегә һаҡлау камераһында ята. Ә хужаһына административ хоҡуҡ боҙоу буйынса эш асылған.
Фото: "Башинформ".
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова ("Йәшлек" гәзитенән) https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Aeroportta-ekstremistik--bi-t-alip-aytiusini-tot-andar-63328/