3 ғинуарҙа алкоголле эсемлектәр бөтөнләй сауҙаға сығарылманы, ә 4-нән 6-һына тиклем көндөң тәүге яртыһында ғына һатыла. Шуға ярашлы, беҙҙең ҡалала рейд үткәрелде.Унда ҡала хакимиәте вәкилдәре, Салауат ҡалаһы буйынса ОБЭП хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Бөтәһе спиртлы эсемлектәр менән һатыу иткән ете сауҙа нөктәһе тикшерелгән. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, ике магазинда алкоголь һатып алыу мөмкин булған, башҡалары иһә быға яуаплы ҡараған. Хәҙер был эшҡыуарҙарға закон алдында яуап тоторға тура киләсәк.