Билдәле булыуынса, бөгөн республикала спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылды. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, талаптарҙы боҙоусылар табылған да инде. Баш ҡалала алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙы тикшереү буйынса рейд уҙған. Сараны "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Йәш гвардияһы" ағзалары үткәргән. Улар халыҡтың сигналдары буйынса ла сыҡҡан.
“Стоп суррогат” акцияһының ҡыҙыу бәйләнешенә килгән сигнал буйынса, әүҙемселәр Өфөнөң Пушкин урамында “фанфурик” һатыусыларҙы тотҡан. Бында йәшәгән кеше үҙенең шәхси йортонан һатып ятҡан. Контроль һатып алыуҙы 18 йәше тулмаған егет башҡарған. Әүҙемселәр полиция саҡыртҡан. Хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлгән. Яҡын арала был турала хәбәр иткән кеше ике мең һумлыҡ награда аласаҡ.
“Йәш гвардия” әүҙемселәре бөгөн баш ҡалала 20-нән ашыу сауҙа урынын тикшергән.