Баш ҡаланың Парк урамындағы биш ҡатлы 6/1 йорттоң бишенсе ҡатында газ шартлаған. Һөҙөмтәлә хатта аш-һыу бүлмәһе тәҙрәһенең быялары ҡойолоп төшкән.
Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәл урынына ҡаланың ошондай осраҡ эҙемтәләрен бөтөрөүсе хеҙмәттәр ебәрелгән. Аҙаҡ асыҡланыуынса, шартлау ашарға бешергәндә булған.
Газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре “зәңгәр яғыулыҡ” ҡоролмаһын яҡшылап тикшергән. Бәхеткә күрә, бәләгә тарығандар юҡ. Әле был хәл сәбәптәре асыҡлана.
Ғәҙәттә, бына ошондай байрамдар осоронда кешене бәлә-ҡаза һағалап ҡына тора. Уяулыҡты бер ҡасан да юғалтырға ярамай. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине.
Фото: Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Айһылыу Низамова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/f-l-gaz-shartlap-62658/