газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2020, 22:25

Эшһеҙ "эш" тапҡан...

Байрам дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эске булған ерҙә тауыш, һуғыш сығыусан. Өфөләге бер табын да дауахана менән тамамланды.

Байрам дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эске булған ерҙә тауыш, һуғыш сығыусан. Өфөләге бер табын да дауахана менән тамамланды. Был турала республиканың Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ике ир байрам итеп ултырғанда, низағ сыға. Ҡандары ҡайнап торған әшнәләр йоҙроҡ уйната башлай. Йәшерәге көслө булып сыға, күрәһең, икенсеһе ауыр йәрәхәттәр ала. Мейеһенә ҡан һауа, ул әле ауыр хәлдә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепле кешене тиҙ таба. Ул эшһеҙ 25 йәшлек ир булып сыға. Ғәйебен таный. Әле был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Оҙайлы ялдарҙа эсеп иҫереп байрам йәмен ебәреп ятҡансы, тышҡа сығығыҙ, күңелле итеп ялдарҙа үткәрегеҙ. Шул тиклем күп саралар үткәрелә бит республикала был көндәрҙә.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Esh-e--esh-tap-an-63393/
Читайте нас: