Күңелле каникулдар дауам итә. Каникул өйҙә телевизор ҡарап, компьютер артында ултырыу тигәнде аңлатмай. Саф һауала саңғыла йөрөү, тау шыуыу, хоккей унау күпкә файҙалыраҡ түгелме ни? Бының өсөн ҡалала бик күп шәп саралар планлаштырылған. Мәҫәлән, бөгөн, 3 ғинуарҙа 8-се торлаҡ-файҙаланыу идаралығы янындағы катокка хоккеистар йыйылды. Иң ҡыҙығы шул - хоккейҙы быймаларҙа уйнанылар. Ә 18-се мәктәптә иртән иртүк күңелле старттар башланды. Ә иң мөһиме, был ярыштарҙа ғаилә менән бергәләп ҡатнаштылар. Тимәк, ата-әсәләр үҙ эштәре менән генә мәшғүл түгел, ә балалары янында, бөтә иғтибарҙы уларға бүлеп, улар менән бергә күңелле старттарға килгәндәр. Ленин исемендәге майҙанда, ғәҙәттәгесә, мауыҡтырғыс концерт бара ине, халыҡ рәхәтләнеп ял итте. Ә мәҙәниәт һәп ял паркында карнавал костюмдарында саңғыла уҙыштылар. Сәләмәт тормош рәүешен үҙ итеүселәр ялдарын бына шулай әүҙем, күңелле үткәрә.