газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2020, 23:30
"Даланлы әҙәм" магазиндар буйлап саба
Стәрлетамаҡта йәшәгән 30 йәшлек ҡатын банк картаһын юғалта.
Стәрлетамаҡта йәшәгән 30 йәшлек ҡатын банк картаһын юғалта.
Күпмелер ваҡыт үткәс, ул телефондағы ҡушымтаһы аша ҡаланың төрлө магазиндарында кемдеңдер карта аша түләү башҡарғанын күрә. Бәхеткә күрә, полиция хеҙмәткәрҙәре "даланлы әҙәм"дең эҙенә тиҙ төшә.
36 йәшлек ир үҙ ғәйебен таный. Имеш, ул магазинда картаның нисек эшләүен тикшермәксе була. Бер нисә сәғәт эсендә ул ҡыйбатлы араҡы, аяҡ кейеме һәм ҡатынына ювелир биҙәүес һатып ала.
Иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бушҡа килгән әйбер берәүгә лә бәхет килтермәй шул.
Фото:
chita.bezformata.com
Автор: Венер Исхаҡов ("Башҡортостан" гәзитенән)https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Dalanli--m-magazindar-buylap-saba-63449/
Читайте нас: