Ҡазанда балалар майҙансығынан осоролған петарда фатирға алтынсы ҡат тәҙрәһенән кереп шартлаған. Унда өлкән йәштәге ҡатын йәшәгән. Ул икенсе бүлмәлә булғанға ғына иҫән ҡалған. Уны фатирҙан сығарып, күршеләре башта янғынды үҙҙәре һүндерергә тырышҡан. Унан ярҙамға янғын һүндереүселәр килеп еткән. Һөҙөмтәлә, фатир янып бөткән. Ҡатын әле бер туғанында йәшәй. Петарданы осороусы үҙенең ғәйебен танырға теләмәй, ти.