газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2020, 22:30
Башҡортостанда тапмаҫтар тип уйлаған...
Ошо көндәрҙә Тобольскиҙа ике ир, алдан һөйләшеп, таксистҡа талау ниәте менән һөжүм иткән.
Ошо көндәрҙә Тобольскиҙа ике ир, алдан һөйләшеп, таксистҡа талау ниәте менән һөжүм иткән.
Кафе эргәһендә пассажирҙарҙы көткән водителдең юлын машиналары менән ҡаплап, уға ташланғандар. Туҡмағандан һуң аҡсаһын һәм телефонын тартып алғандар.
Утыҙ йәшлек таксистҡа полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай, тәртип һағында тороусылар енәйәтселәрҙе эҙләү хаҡында иғлан итә. Талау статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Енәйәтселәрҙең береһе эҙҙән яҙлыҡтырыу маҡсатында беҙҙең республикаға килеп “ояларға” була. ”Һыу төбөнә төшөп” ятҡандан һуң йәнә эш башламаҡсы... Тик уғрының ниәте барып сыҡмай, Башҡортостанда уны йәһәт ҡулға алалар. Икенсеһе лә тотола. Ғәйептәрен таныған енәйәтселәрҙең ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Фото: Uv.kurier.ru
Автор: Дина Арсланова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bash-ortostanda-tapma-tar-tip-uyla-an-63066/
Читайте нас: