газета "Салауат"
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2020, 00:00
Иртәгә алкоголь һатыу тыйыла
2020 йылдың 3 ғинуарында алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон үҙ көсөнә инә. Ул үткән йылдың 30 декабрендә рәсми рәүештә ҡабул ителгәйне.
2020 йылдың 3 ғинуарында алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон үҙ көсөнә инә. Ул үткән йылдың 30 декабрендә рәсми рәүештә ҡабул ителгәйне.
Был сикләү көн буйы буласаҡ. “Статистика буйынса, тап 3 ғинуарҙа алкоголдән ағыуланыуҙың иң күп осрағы теркәлә, – тип белдергән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Өҫтәүенә ағыуланыуҙар тәү ҡарамаҡҡа суррогат продукция һөҙөмтәһендә генә түгел, ә алкоголде кәрәгенән артыҡ файҙаланыу сәбәпле килеп сыға”.
4, 5 һәм 6 ғинуарҙа был сикләүҙәр көсөндә буласаҡ, әммә сәғәт иртәнге 10-дан төшкө 14.00 сәғәткә тиклем алкоголь продукцияһын һатып алырға мөмкин. Шулай тиелгән республикала ҡабул ителгән яңы законда. Шулай уҡ Башҡортостан спикеры, 4 – 6 ғинуарҙа алкоголь психозы һөҙөмтәһендә криминаль хәлдәр, үлем һәм суицид осраҡтары йыш теркәлә, тип белдергән.
3 ғинуарҙа алкоголь һатыуҙы асыҡлау буйынса рейдтарға полицейскийҙар ғына түгел, ижтимағи эшмәкәрҙәр, хоҡуҡ яҡлаусылар ҙа сығасаҡ.
Фото: “Башинформ".
Автор: Айһылыу Низамова ("Башҡортостан" гәзитенән)
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде