газета "Салауат"
+31 °С
Облачно
Новости
2 Января 2020, 19:00
Илауына түҙмәгәс...
Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән 30 йәшлек ҡатын 15 йылға иркенән мәхрүм ителде.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән 30 йәшлек ҡатын 15 йылға иркенән мәхрүм ителде.
Ул "бәлиғ булмаған ике балаға ҡарата ҡылынған ғазаплау", "бәлиғ булмаған баланы тәрбиәләү бурыстарын үтәмәү", "айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән бәләкәй баланы үлтереү" статьялары буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табылған.
Тикшереү һәм суд 2016 йылдан 2018 йылға тиклем бәләкәй инвалид малай менән ҡыҙҙың әсәһенең даими эсеүен, балаларҙы туҡмауын асыҡлаған. Ҡатын сабыйҙарға тән йәрәхәттәре яһаған, психик көсөргәнеш килтергән: бүлмәләренән сығыуҙы тыйған, ашарға бирмәгән, кейемдәрен алмаштырмаған...
2018 йылдың 7 июлендә төндә, иҫерек хәлдә, ҡатын, ҡыҙының илауына түҙмәй, уны үлтергәнсе ҡыйнаған. Шунан һуң, енәйәт яуаплылығынан ҡасырға теләп, был ваҡытта шул уҡ фатирҙа йоҡлаған өйҙәшен үлтереүҙә ғәйепләргә ынтылған.
"Дүрт йәшлек ҡыҙы илағас, иҫерек ҡатын уны аяҡтарынан эләктереп ала һәм бүлмә стеналарына бәрә башлай. Күп һанлы имгәнеүҙәрҙән бала үлә. Тауышҡа уянған өйҙәше был хәл тураһында полицияға хәбәр итә", - тиҙәр прокуратураның матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Самат Ғәлин ("Башҡортостан" гәзитенән)
Читайте нас