газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2020, 17:25
Баймаҡтан икәү ике ҡоралайға атҡан
Баймаҡтан 23 һәм 30 йәшлек икәү енәйәт өҫтөндә тотолған. Улар законһыҙ рәүештә йәнлектәрҙе атыуҙа ғәйепләнә.
Баймаҡтан 23 һәм 30 йәшлек икәү енәйәт өҫтөндә тотолған. Улар законһыҙ рәүештә йәнлектәрҙе атыуҙа ғәйепләнә.
Бер көн элек таңғы сәғәт биштә Магнитогорск – Ира юлында, Семеновск ауылынан йыраҡ түгел урында, юл-патруль хеҙмәте инспекторы “ВАЗ-21213” машинаһын документтарын тикшереү өсөн туҡтата. Ошо мәлдә полицейскийҙар автомобилдә ҡан эҙҙәре ҡалған һунар ҡоралын, гильза һәм бысаҡ күреп ҡала.
Енәйәт урынына эҙләү-тикшереү төркөмө ебәрелгән. Машинаның багаж бүлексәһендә ике ҡоралай түшкәһе табылған. Ә уларҙы атырға хоҡуҡ биргән документар егеттәрҙә булмаған.
Был икәүҙең Баймаҡтан икәнлеге асыҡланған. Уларҙың береһе ғәйебен таныған. Йәнлектәрҙең түшкәһе, ҡорал, бысаҡ һәм гильза тартып алынған, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был аяныслы хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ҡоралай – республикабыҙҙа һирәк осрай торған йәнлектәрҙең береһе. Ул һаҡлауға мохтаж, шуға күрә тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булдырһаҡ ине.
Фото: hunting.ru
Автор: Айһылыу Низамова ("Башҡортостан" гәзитенән)
Читайте нас: