газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2020, 16:00
Атай менән ҡыҙҙар – дауаханала
Кисә республикала 12 автомобиль аварияһы теркәлде.
Кисә республикала 12 автомобиль аварияһы теркәлде. Шөкөр, улар ҡорбанһыҙ булды.
…Тик йәрәхәтләнеүселәр күп - 18 кеше дауаханала. Иң етди авария -Иглин районында.
Төнгө 12-лә булған аварияла “ВАЗ-2109” менән “Лада Гранта” бәрелешә. “Гранта”ға 27 йәшлек ир идара итә, икенсе машинаның рулендә 68 йәшлек бабай ултырған була.
Бәрелеш бик ҡаты була. “ВАЗ-2109” автомобиленең пассажирҙары ауыр йәрәхәтләнә Улар - 34 йәшлек атай менән уның 12 һәм 16 йәшлек ҡыҙҙары. Өсөһөн дә дауаханаға алып киткәндәр.
Аварияның сәбәптәре әле асыҡлана.
Кисә бер тәүлек эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 1800 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағын теркәгән, 51 иҫерек водитель ҡулға алынған.
Байрам кәйефен ебәрмәйек, юл йөрөгәндә һағыраҡ булығыҙ. Тиҙлекте һәм хәүефһеҙ дистанцияны һаҡлағыҙ.
Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән)
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде