газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2020, 18:00

Рәмилдең эшенә Сергей Шойгу ҡушылған

Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәрен атҡан Рәмил Шәмсетдиновты Мәскәүгә психология-психиатрия экспертизаһы үткәреү өсөн алып сығыуҙары хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәрен атҡан Рәмил Шәмсетдиновты Мәскәүгә психология-психиатрия экспертизаһы үткәреү өсөн алып сығыуҙары хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

«Ura.ru» агентлығына запастағы полковник Александр Жилин: «Хәрби частағы тәртипһеҙлектәр хаҡында енәйәт эшен оборона министры Сергей Шойгу ҡатнашлығынан тыш йырып сығып булмаҫ ине. Тәүҙән командирҙар, часта бер ниндәй ҙә тәртипһеҙлек юҡ, Шәмсетдинов үҙе адекват булмаған, тип барҙы. Ысынбарлыҡты асыҡлауға Шойгу үҙе ныҡлап тотонмаһа, был эш тотҡарлана ине. Министр командирҙарҙы мотлаҡ ебәрәсәген, уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатырға кәрәклеген белдерҙе”, - тине.

“Мин частағы хәлде башҡа офицерҙар күрмәүенә ышанмайым. Улар казармалағы хәлде белһә лә, күрмәмешкә һалышҡан”, - тип үҙ ҡарашын да әйтә полковник.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор: Венер Исхаҡов ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/R-milde-eshen-Sergey-Shoygu-ushil-an-60927/
Читайте нас: