газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2020, 17:00

Бик шәп үтә Яңы йыл тантанаһы

Яңы йыл каникулдары башланды. балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бергәләп рәхәтләнеп ял итә.

Яңы йыл каникулдары башланды. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бергәләп рәхәтләнеп ял итә. Ойоштороусылар ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бик шәп, матур саралар әҙерләгән. Әйтәйек, кисә, Яңы йылдың тәүге көнөндә Ленин исемендәге майҙанда дискотека уҙғарылды, конкурстар ҙа булды. Йыйылыусылар бергәләп бейенеләр, ихласлап күңел астылар. Ҡаланың үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары байрамды дәртле йырҙары менән йәмләне. Балалар рәхәтләнеп тау шыуҙы, кемдәрҙер матур-матур фигуралар янында иҫтәлеккә фотоға төштө. Ҡыш бабай үҙенең махсус транспортында ултыртып йөрөттө. Кескәйҙәрҙең шатлығын күрһәгеҙ! Байрам һуңында матур, сағыу салют атылды. Ғөмүмән, күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ. Саралар дауам итә.
Читайте нас: