газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2020, 18:00

Беҙҙең Луиза Татарстанда беренсе

Салауат ҡалаһында үҙе эшләгән банктан 20 миллион һумдан ашыу аҡса урлап, айҙан ашыу ҡасып йөрөгәндән һуң ғаиләһе менән тотолоп, әле төрмәлә ултырған Луиза Хәйруллина күрше Татарстанда нимә менән дан яулаған һуң?

Салауат ҡалаһында үҙе эшләгән банктан 20 миллион һумдан ашыу аҡса урлап, айҙан ашыу ҡасып йөрөгәндән һуң ғаиләһе менән тотолоп, әле төрмәлә ултырған Луиза Хәйруллина күрше Татарстанда нимә менән дан яулаған һуң? Баҡһаң, 2019 йылға йомғаҡтар яһап, “БИЗНЕС Online” баҫмаһы “Медиалогия” версияһы буйынса Татарстандың яңылыҡтар рейтингын билдәләгән. Бында хәлдең резонанслығы һәм билдәлегеге баһаланған.
Тикшереү 52 меңдән ашыу киң матбуғат сараһын мониторинглау һөҙөмтәһендә яһалған. Бында интернет та, телевидение ла, радио ла, гәзиттәр ҙә инә. Һөҙөмтәлә яҡташыбыҙ иҫкә алыу йышлығы буйынса беренсе урын яулаған. Билдәлелек индексы – 636,70 тәшкил иткән.
Әгәр ошондай уҡ рейтинг Башҡортостанда ла эшләнһә, моғайын, беҙҙә лә Луиза беренсе урынды яулар ине. Уның тарихы бер нисә ай дауамында бөтә республиканы шаулатып торҙо. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.
Луиза үҙе эшләгән “Россельхозбанк” кассаһынан 23, икенсе фараз буйынса 25 миллион һум аҡса ала ла, ғаиләһе менән бергә ғәйеп була. Уны ике ай самаһы ил менән эҙләгәс, эҙҙәренә Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда төшәләр. Ҡатын ире һәм ике ҡыҙы менән унда ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәп ятҡан була.
Һөҙөмтәлә, Луиза етенсе ай тәфтиш изоляторында ултыра. Уның ире Марат был эштә ҡатнашсы булараҡ өйҙәге ареста. Балалар иһә ҡатындың атаһында йәшәй. Ошоға тиклем шым ҡалған Луиза һуңғы судтарҙа ғәйебен таныны һәм тәфтиш эшенә ярҙам итә башланы.
Ә аҡса? Уның ҡайҙалығы әле һаман аныҡ ҡына билдәле түгел. Төп фараз буйынса, улар әллә ҡасандан юҡ булған, Луизаның ире Марат уйнап бөтөргән, тиҙәр. Икенсеһе буйынса, улар аҡсаны йәшергән һәм ҡайҙалығын әйтмәй.
Әллә ахмаҡлыҡ, әллә иренә булған һуҡыр мөхәббәт менән эшләнгән енәйәт бөтә илде шаулатһа ла, әле төрмәлә ултыры бер ҙә күңелле түгелдер шул Луизаға...
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән)
Читайте нас: