Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2020, 16:00

"Туҡта, суррогат"ҡа хәбәр ит!

Өфө, Нефтекама һәм Федоровка райондарында йәшәүселәрҙең "Туҡта, суррогат" акцияһының ҡыҙыу линияһына суррогат алкоголь һатыу тураһындағы хәбәрҙәре хоҡуҡ боҙоу тураһындағы протоколдарҙы рәсмиләштереү менән тамамланды.

Өфө, Нефтекама һәм Федоровка райондарында йәшәүселәрҙең "Туҡта, суррогат" акцияһының ҡыҙыу линияһына суррогат алкоголь һатыу тураһындағы хәбәрҙәре хоҡуҡ боҙоу тураһындағы протоколдарҙы рәсмиләштереү менән тамамланды.
Бөгөн өс мөрәжәғәт итеүсе лә икешәр мең һум аҡса аласаҡ, тип хәбәр итә "Берҙәм Рәәсәй" партияһының матбуғат хеҙмәте.
"Туҡта, суррогат" акцияһы Башҡортостанда 19 декабрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән старт алды һәм партияның төбәк бүлеге тарафынан Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм саүҙа буйынса дәүләт комитеты менән берлектә ғәмәлгә ашырыла.
Ҡыҙыу линияға хәбәр ителгән адрестар буйынса, "Контроль" проектына ярашлы, "Берҙәм Рәсәй йәш гвардияһы" әүҙемселәре сыға. Хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланғанда, протокол төҙөү өсөн полиция саҡыртыла.
"Туҡта, суррогат" акцияһы шарттары нигеҙендә, йәшерен етештереү һәм һатыу тураһында хәбәр иткән граждандарға аҡсалата түләү ҡаралған: суррогат алкоголь етештереүселәр тураһында мәғлүмәт өсөн - 50 мең һум, һатыусы тураһында - 2000 һум.
Суррогат етештереүселәр һәм һатыусылар тураһында мәғлүмәтте түбәндәге электрон почта аша - [email protected], Сауҙа буйынса дәүләт комитетының «Имен мөхит» порталына һәм 8 (347) 218-09-87 телефонына (09.00-ҙан 19.00-гә тиклем эш көндәрендә) хәбәр итергә була.
Фото: "Башинформ".
Автор: Самат Ғәлин ("Башҡортостан" гәзитенән)
Читайте нас: