“Демография” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 2019 йылда дүрт һөт кухняһы асылды. 30 декабрҙә Белоретта асылған һөт кухняһы өс йәшкәсә 1,2 мең баланы бушлай һөт продукцияһы менән тәьмин итәсәк. Белорет районынан тыш, Учалы һәм Архангель райондары балаларына да ошонан продукция биреләсәк.
Быға тиклем һөт кухнялары Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында асылған ине. Әле ташламалы категорияларҙан 5 мең бала һөт продукцияһы менән тәьмин ителә. Быйыл ғинуарҙан был эшкә барлыҡ райондар йәлеп ителергә тейеш.
Һөт кухняларын тергеҙеү - социаль йүнәлештәге эш. Проект арҡаһында аҙ тәьмин ителгән ғаилә балалары сифатлы һәм сәләмәт туҡланыу мөмкинлегенә эйә.