газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2020, 16:00
Стәрлетамаҡта программалар тормошҡа ашырыла
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” һәм “Башҡорт ихаталары” программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса йәмәғәт комиссияһы кәңәшмәһе үткәрелде.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” һәм “Башҡорт ихаталары” программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса йәмәғәт комиссияһы кәңәшмәһе үткәрелде.
Сараны Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев алып барҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” һәм “Башҡорт ихаталары” программаларына ярашлы, содасылар паркы һәм Стәрле йылғаһы буйындағы аллея төҙөкләндерелде. Өҫтәүенә 18 ихата ипкә килтерелде, тик уларҙың 17-һе генә ҡабул итеү комиссияһы тарафынан ҡабул ителде. Сәбәбе: ҡаланың Гоголь урамындағы 130 а йорт эргәһендәге ихатаны төҙөкләндереүҙең сифаты комиссияны ҡәнәғәтлендермәгән.
Киләһе йылға йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр 9 – 22 ғинуарҙа ҡабул ителәсәк, ә тауыш биреү февраль аҙағында үткәреләсәк.
Авторы: Айһылыу Низамова ("Башҡортостан" гәзите)
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"