газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2020, 16:00

Кисәге салатты ашарға яраймы?

Яңы йыл байрамы алдынан “Роспотребнадзор” граждандарға салаттарҙың һаҡланыу ваҡыты тураһында иҫкәртте.

Яңы йыл байрамы алдынан “Роспотребнадзор” граждандарға салаттарҙың һаҡланыу ваҡыты тураһында иҫкәртте.
“Салаттарҙа һаҡлау ваҡыты төрлө булған продукттар бергә ҡушыла. Майонез йәки төрлө соустар микробтарҙың үрсеү процесын тиҙләтә. Шуға күрә салаттар тиҙ боҙола торған аҙыҡтарға инә, уларҙы +2...+6 температурала, һыуытҡыстарҙа һаҡларға кәрәк”, тип кәңәш бирәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Бешкән, ҡаҡланған иттән, йәшелсә-емештәрҙән, диңгеҙ продукттарынан әҙерләнгән салаттар майонез йәки соус ҡушып болғатылғас – 12 сәғәт, йомортҡанан, консерваланған йәшелсәләрҙән эшләнгәндәре алты сәғәт һаҡлана. Ә тоҙланған, маринадланған йәшелсәләрҙән әҙерләнгәндәрен 36 сәғәткә тиклем ҡулланырға ярай.
Фото: yandex.com
Автор: Римма Султанова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Kis-ge-salatti-ashar-a-yaraymi-59119/
Читайте нас: