газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2020, 16:00

Айҙар Ғәлимов йәнә олатай булған

"Мәж" килеп Яңы йыл ҡаршыларға йөрөгәндә, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға булған.

"Мәж" килеп Яңы йыл ҡаршыларға йөрөгәндә, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға булған. Яратҡан йырсыбыҙ ошо көндә икенсегә олатай булыу бәхетенә өлгәшкән: Айҙар Ғәлимовтың өлкән ҡыҙы Гүзәлдең икенсе балаһы тыуған.
Артисты был ҡыуаныслы ваҡиға менән хеҙмәттәштәре, дуҫтары һәм фанаттары ҡотлай. “Ҡотлайбыҙ! Олатайҙар хәҙер шундай йәш, афарин! Күҙ теймәһен”, - тип яҙа кешеләр уны ҡотлап.
Ысынлап та, һаман йәш кенә кеүек тойолған артистың олатай булыуына ышаныуы ла ауыр шул.
Беҙ ҙә бәпескә һау булып үҫеүен теләйбеҙ! Ата-әсәһен, олатай-өләсәйҙәре ҡыуандырып ҡына торһон!
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Ay-ar--limov-y-n-olatay-bul-an-60615/
Читайте нас: