Яңы йылға бөтә кешеләр яңы өмөттәр, өр-яңы хыялдар менән аяҡ баҫа. Бер яҡтан, 2020 йыл ике егерме һанының булыуы менән ниндәйҙер сихри көскә эйә булыр һымаҡ, шул уҡ ваҡытта уның кәбисә йылы (февраль айы 29 көндән килгән йыл) икәнен дә оноторға ярамай.
2020 йылдың символы - аҡ металл төҫөндәге Ҡомаҡ. Ул аҡыллы, ғәҙеллек яҡлы, камиллишыуға ынтылыусан хайуан. Бындай сифаттар барлыҡ башланғыстарҙа һәм һөнәри үҫештә уңыштарға өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк. Йондоҙҙар йылға тотороҡлолоҡ, ғаилә именлеге юрай. Нисек кенә булмаһын, тик яҡшыға ышанайыҡ!
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ҡуҙылар өсөн 2020 йыл уңышлы ғына килмәксе. Ғөмүмән, бөтә изге теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашыуына өмөт итә алаһығыҙ. Яҙын тулы тормош менән йәшәү теләге уяныр, яңы хис-тойғоларға ынтылырһығыҙ. Ә көҙгә табан күберәк ваҡытығыҙҙы ғаиләгә һәм йорт мәшәҡәттәренә арнарһығыҙ.
Йылдың икенсе яртыһы шәхси тормошоғоҙға үҙгәреш индереүен көтөгөҙ. Финанс хәлегеҙ күпкә яҡшырыр һәм һеҙ үҙегеҙҙе ышаслыраҡ тойоп, эре әйбер һатып алырһығыҙ. Һаулыҡҡа килгәндә, әгәр үҙегеҙ тураһында хәстәрлек күрергә өйрәнһәгеҙ, барыһы ла һәйбәт булыр.
Буға (21.04-21.05)
Буғаларға йондоҙҙар тотороҡлолоҡ вәғәҙә итә. Карьера баҫҡысы буйлап үҫешеү, тәжрибә туплау өсөн барлыҡ мөмкинлектәр сығыр. Ҡыйыу идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырыуҙан да ҡурҡмағыҙ.
Парлыларҙың һөйөүҙәре нығыныр, улар ғаиләгә күберәк иғтибар бүлә башлар.Тәүге ярты йыллыҡта килемегеҙ һеҙҙең йәшәү өсөн тотонолған сығымдарығыҙҙы ҡаплауға етеп торор, ә икенсе ярты йыллыҡта ҡайышты әҙерәк ҡыҫырға тура килер. Үҙегеҙҙең физик һәм психологик торошоғоҙҙо яҡшы кимәлдә һаҡлау өсөн күберәк хәрәкәт итегеҙ, тейешенсә ял итегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Игеҙәк йондоҙлоғо аҫтында тыуғандар өсөн һәйбәт йыл көтөлә. Эшегеҙ һөҙөмтәле барыр, һөнәри үҫешкә лә өмөт итә алаһығыҙ. Быларҙың барыһы ла финанс тотороҡлолоҡҡа алып килер. Лотерея отоу ихтималлығы ла юғары.
Ғаиләләрҙә мөхәббәт тантана итер, шулай ҙа хистәрегеҙҙе яңыртып тороу өсөн роматикаға ваҡыт табығыҙ. Берәй ергә сәйәхәткә юлланһағыҙ ҙа була. Һаулыҡ мәсьәләһендә врачҡа күренеүҙе бер ваҡыта ла кисектермәгеҙ. Дөрөҫ туҡланыу, тоҙ һәм шәкәрҙе сикләү, күберәк һыу өсөн сәләмәтлегеҙҙе нығытыр.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Йыл һеҙҙең өсөн ваҡиғаларға бай булыр. Һөнәри эшмәкәрлегеҙ дә тик шатлыҡ ҡына бүләк итер. Эшкә һәләтлегегеҙ ташып торор, ошо арҡала юғары үрҙәргә менә алырһығыҙ.
Шәхси тормошоғоҙҙа гармония һаҡланыр. Яңғыҙҙар үҙенең ишен табыр. Парлылар күберәк өй мәшәҡәттәре менән шөғөлләнер. Өҫтәмә аҡса эшләү юлдарын табырһығыҙ һәм экзотикалы илгә сәфәргә барыу мөмкинлеге тыуыр. Һаулыҡҡа зарланмаҫ өсөн, насар ғәҙәттәрҙән баш тартығыҙ, витаминдар ашағыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Арыҫландар өсөн йыл еңел килмәҫ, әммә бөтә ваҡиғалар ҙа ҙур әһәмиәткә эйә булыр. Һеҙ үҙ маҡсатығыҙға ирешерһегеҙ. Етәкселек гел генә иң яуаплы бурыстарҙы ышанып тапшырыр.
Ғаилә ҡорғандарҙың мөхәббәттәре берсә һыуынып, берсә яңынан тоҡанып алыр. Тик аралар боҙолған ваҡытта берүк хыянатҡа юл ҡуймағыҙ. Аҡсағыҙ етерлек килеп торор, шулай ҙа бюджетығыҙҙы планлаштырып тотоноғоҙ. Эш менән ял ваҡыттарын дөрөҫ бүлә белһәгеҙ, һаулығығыҙға зыян килмәҫ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Ҡыҙҙарҙы һуңғы ун ике йыл эсендә иң сағыу йыл көтә. Иңдәрегеҙгә яуаплылыҡ алырға ҡурҡмағыҙ, барыһын да еренә еткереп атҡара алырһығыҙ. Тырышлығығыҙҙы баһалап эштә үрләтеүҙәре лә мөмкин.
Финанс хәлегеҙ тәүҙә һеҙҙең теләккә торош булһа, һуңынан әҙерәк көрсөк күҙәтелер. Йыл аҙағына ғына матди хәлегеҙ яҡшырыр. 2020 йылда ҡыҙҙар үҙҙәрен мөхәббәттән бәхетле итеп тойор. Әҙ-мәҙ килеп сыҡҡан ғауғалар мөнәсәбәттәрегеҙҙе нығытыр ғына. Физик яҡтан да, психологик яҡтан да үҙегеҙҙе яҡшы тойорһоғоҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Үлсәүҙәргә Ҡомаҡ тыныс йыл вәғәҙә итә. Һеҙ үҙегеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙ менән коллективта хөрмәт яуларһығыҙ. Яңы дуҫтар, фекерҙәштәр табырһығыҙ. Улар ныҡлы таянысығыҙға әйләнер.
Тырышлығығыҙ матди яҡтан дә үҙ һөҙөмтәһен бирер. Көтөлмәгән ерҙән дә аҡса килеп инеүе бар. Яҡындарығыҙ менән диңгеҙгә барып ҡайтырһығыҙ, ғаилә байрамдары күп булыр. Һаулығығыҙға профилактика сараларын күреп тороғоҙ. Бөйөр сирҙәре, ҡан баҫымы борсоп алыр.
Саян (24.10-22.11)
2020 йылда саяндар тормоштарына үҙгәрештәр индереүгә, яңы тәьҫораттарға алыуға ынтылыр. Һеҙҙең алда бөтә ишектәр асыҡ булыр, хатта яңы эшкә урынлашырға теләһәгеҙ ҙә, бик уңышлы ғына килеп сығыр.
Бер яҡтан аҡса килеп торор, әммә уны күпләп тотоноу өсөн дә сәбәптәр сығып торор. Сөнки йә өйҙә ремонтҡа тотонорһоғоҙ, йә сәйәхәткә сығып китерһегеҙ. Сентябрҙә, декабрҙә кеҫәгеҙ ҡалынайыр. Ғаиләгеҙҙең тулыланыуын көтөгөҙ. Йылдың икенсе яртыһында аварияларҙан, йәрәхәт алыуҙан һаҡ булығыҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Киләһе йыл һеҙҙең өсөн сағыу һәм көтөлмәгән ваҡиғаларға бай булыр. Карьера баҫҡысы буйлап үрмәләү өсөн иң уңышлы йыл. Ҡайһы берәүҙәр яңы эш урынына күсер һәм үҙҙәрен унда күпкә бәхетлерәк тойор.
Матди хәлегеҙ тотороҡло булмаҫ. Килемдәрегеҙ ҙур булһа ла, ғаиләгеҙгә, балаларығыҙға сығымдар күп талап ителер. Ноябрь айҙарында эре әйбер һатып алырһығыҙ. Ғаилә менән эште бутамағыҙ, шул саҡ һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр ныҡлы булыр. Бауыр менән ашҡаҙан сирҙәре үҙҙәрен һиҙҙерер.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Киләһе йыл һеҙҙең өсөн яңырыу йылы булыр. Үҙгәрештәр тормошоғоҙҙоң барлыҡ өлкәләренә: һөнәргә лә, финансҡа ла, мөхәббәткә лә ҡағылыр. Үҙегеҙҙең яңы һәләттәр асып, яңы эшкә күсеүегеҙ ҙә бар.
Йылдың тәүге яртыһы матди яҡтан уңышлы булмаҡсы. Хеҙмәтегеҙ яҡшы баһаланыр, көтөлмәгән ерҙән дә аҡса алырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла ал да гөл буласаҡ тип әйтеп булмай. Әммә аралар боҙолған хәлдә лә, уны көйләр алырһығыҙ. Йоҡо, туҡланыу һәм ял режимын һаҡларға тырышығыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
2020 йыл бик еңел килмәҫ, шул уҡ ваҡытта тормошоғоҙ ҡыҙыҡлы һәм күңелегеҙгә ятышлы ваҡиғаларға тулы булыр. Хеҙмәт урынында һеҙҙең исемгә маҡтау һүҙҙәре лә яңғырар, тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ.
Килемегеҙ төрлө сығанаҡтарҙан килер. Тик йәйҙән һуң сығымдарығыҙ артып китер. Был сәләмәтлегегеҙҙең ҡаҡшауына, шәхси тормошоғоҙҙағы проблемаларға бәйле булыр. Парлылар араһында көнләшеү тойғолары барлыҡҡа килер. Үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе тыңларға өйрәнегеҙ, берәй сигнал булыу менән дауаланығыҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Киләһе йыл балыҡтарға барлыҡ ижади һәләттәрен асып һалыуға мөмкинлек бирер. Һеҙ тормоштан ҡәнәғәтлек алып йәшәрһегеҙ. Һөнәри өлкәлә уңышҡа өлгәшерһегеҙ, коллективта хөрмәт яуларһығыҙ. Яңы шөғөлдәрҙе лә үҙләштерергә тура килер.
Финанс яҡтан үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тоя башларһығыҙ. Шулай ҙа аҡсаны һаҡсыл тотонорға өйрәнегеҙ, юғиһә, көрсөккә барып төртөлөрһөгөҙ. Балыҡтарҙың ғаиләһендә тәүҙә гармония һаҡланһа, көҙгә табан һеҙҙең араны бутаусылар арҡаһында, һалҡынлыҡ һиҙелер. Тәбиғәт, спорт физик хәл торошоғоҙға ыңғай йоғонто яһар.