газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Декабрь 2019, 13:00

Яҡшы ауыҙҙан – яҡшы хәбәр!

Дәүләт Думаһы депутаттары ҡайһы саҡта шаҡ ҡатырлыҡ хәбәрҙәре менән аптыратып ҡуя. Яңы йылды ҡаршылар алдынан “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы депутаты Олег Нилов, депутаттарҙың хеҙмәт хаҡын ил буйынса уртаса хеҙмәт хаҡына тиңләргә кәрәк, тигән тәҡдим менән сығыш яһаны.

Әлбиттә, бындай хәбәрҙең тормошҡа ашасағы икеләндерә. Ғәмәлгә олғашмаһа ла, халыҡ һайлаған вәкилдәрҙең ябай кеше проблемаларына яҡыныраҡ килеүенә, бәлки, булышлыҡ итер. Ниловтың әйтеүенсә, депутаттың хеҙмәт хаҡын ил буйынса уртаса хеҙмәт хаҡына тиңләү рәсәйҙәр өсөн “бик яҡшы Яңы йыл бүләге булыр ине”.
Шау-шыулы, бай табындар, артистар саҡырып ойошторолған корпоративтар мәғәнәһеҙлегенә ҡарата ла үҙ фекерен белдергән ул. “Ә күпме эсергә, күпме ашарға һәм депутаттарға нисек бейергә икәнлекте һуңғараҡ ҡалдырырға кәрәк. Мөһим эштәр хаҡында уйлайыҡ”, - тигән Нилов.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: