Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ Президенты Дональт Трамп менән телефондан аралашты, тип хәбәр итәләр Кремлдән. Һөйләшеү Мәскәү инициативаһы менән уҙғарылды.
Дәүләт башлығы Америка етәксеһен Рәсәйҙәге теракттарға юл ҡуймайға ярҙам иткән махсус хеҙмәттәрҙең мәғлүмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Бынан тыш, донъя лидерҙары ике яҡ өсөн дә мөһим булған һорауҙар буйынса фекер алышты, шулай уҡ терроризм буйынса хеҙмәттәшлекте дауам итергә килештеләр.
Йома көн Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте Санкт-Петербургта Яңы йылды байрам итеүгә халыҡ күпләп йыйылған урында теракт башҡарырға уйлаған ике кешене ҡулға алған. Бынан тыш, 2017 йылда АҠШ-тың махсус хеҙмәттәре Рәсәй коллегаларын Санкт-Петербургтың Ҡазан соборында һәм башҡа кеше күп йыйлған урындарҙа әҙерләнгән теракттар тураһында иҫкәрткән.
#ВладимирПутин