Коммерцияға ҡарамаған ойошма, ике республиканың хөкүмәттәре ярҙамына таянып, башҡорт һәм ҡырғыҙ эшҡыуарҙарының башланғысы менән булдырылды. Сауҙа йорто эшмәкәрлеге ике республика араһындағы сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә, уларҙа башҡорт ризыҡтарын күбәйтеүгә йүнәлтеләсәк, бизнес-турҙар ойоштороуға, берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерәсәк, тип күҙаллана.