Поли-Спектр-СМ системаһы электрокардиограмманы һәм ҡан баҫымын тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ йөрәк ритмы боҙолоуҙарын, ҡан йөрөшө һәләтен асыҡлай һәм тәүлек әйләнәһенә ҡан баҫымы эшмәкәрлеген күрһәтә. Поли-Спектр-8/ЕХ аппараты иһә йөрәк әүҙемлегенә бәйле барлыҡ операцияларҙы үткәрергә ярҙам итә. Ҡорамал тын алыш ритмын һәм йышлығын теркәй, мәғлүмәтте Bluetooth интерфейсы аша радиоканалға ебәрә.