Һөйәгенән айырылған көмрө балыҡ (горбуша), бәшмәк, сыр, һуған, кишер, ҡаймаҡ, тоҙ кәрәк буласаҡ.Табаны майлап, балыҡ киҫәктәрен һалабыҙ, тоҙ һибәбеҙ һәм ҡаймаҡ менән һылайбыҙ. Өҫтөнә күп итмәй генә ҡырғыстан ыуылған кишер, түңәрәкләп туралған, алдан үҫемлек майында ҡыҙҙырылған һуған, бәшмәк һалабыҙ. Өҫтөнә сыр һибеп, 200 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала бешерәбеҙ.