300 грамм тауыҡ ите, 200 грамм корейса кишер, 200 грамм консервланған кукуруз, 100 грамм сыр, 3 йомортҡа, майонез, тоҙ, йәшел тәмләткестәр кәрәк. Бешкән тауыҡ итен һәм йомортҡаларҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ. Ҡырғыстан ыуылған сыр, кукуруз, корейса кишер өҫтәйбеҙ. Майонез менән бутап, тәменсә тоҙ һалып бутайбыҙ. Өҫтөн йәшел тәмләткестәр менән биҙәп табынға бирәбеҙ.