Башҡортостанда «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылыусы «Мәғлүмәти инфраструктура» федераль проектының беренсе этабы тамамланды.
"Башинформсвязь" компанияһы төбәктең социаль әһәмиятле 722 объектына сүс-оптик селтәр төҙөнө. Юғары тиҙлекле Интернетты тоташтырыу мөмкинлеген 389 фельдшер-акушерлык пункты, 215 мәғариф учреждениеһы, 88 ауыл хакимиәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 30 бүлексәһе алды.
- Милли проект сиктәрендә социаль әһәмиәткә эйә объекттарҙы Интернетҡа тоташтырыу республика ауылдары эсендә элемтә инфраструктураһын үҫтереүгә ярҙам итә. Проектты бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә республика халҡы электрон хеҙмәттәргә кереү мөмкинлеге аласаҡ, - ти һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
- 2020 йылда тағы ла 888 социаль әһәмиәтле объекттар юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыласаҡ, 2021 йылда иһә тағы 1164 учреждение бындай мөмкинлектән файҙалана аласаҡ, - тип билдәләй "Башинформсвязь" компанияһының генераль директоры Сергей Алферов.