Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 12:00

План арттырып үтәлгән

Башҡортостанда “Экология” милли проекты буйыса ғәмәлгә ашырылыусы “Урмандарҙы һаҡлау”төбәк проектының маҡсатлы күрһәткестәре арттырып үтәлде, дип хәбәр итте республиканың урман хужалыгы министры Марат Шәрәфетдинов матбуғат конференцияһында.

"Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуға аҡса тик федераль бюджеттан бүленә. Проектты финанс йәһәттән тәьмин итеүгә 2024 йылға тиклем 2,2 миллиард һум бүлеү ҡаралған, шул иҫәптән 923 миллион һум - бюджеттан. Төп өлөшө - 1,3 миллиард һум - ҡуртымсылар һәм урман хужалығы учреждениелары сығанаҡтары булырға тейеш. Быйыл урмандарҙы тергеҙеүгә һәм махсус техника алыуға бөтәһе 198,2 миллион һум бүленде", - тине Марат Искәндәр улы.
Был сумманың 83 миллион һумы - урмандарҙы тергеҙеүгә, 115,2 миллион һумы матди-техник базаны яңыртыуға тотонолған. Ғөмүмән, был аҡсаға 45 урман хужалығы һәм янғын техникаһы, 265 берәмек ҡорамал, инвентарҙар алынған.
#Миллипроекттар
Читайте нас: