Яратҡан йырсыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин быйыл "Татар йыры" халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашманы. Ни өсөн ҡатнашмауы тураһында ул "Инстаграм"да хәбәр иткән.
"Ҡазанда үткән „Татар йыры“нда ни сәбәпле ҡатнашмауым тураһында күп һорау бирәләр. Был темаға нөктә ҡуйғым килә. Бик тығыҙ гастроль графигына бәйле, билдәләнгән ваҡытҡа Ҡазанға ҡайтырға өлгөрмәнем. Сараны ойоштороусыларҙан һәм тамашасыларҙан ғәфү үтенәм. Мине аңларһығыҙ тип өмөтләнәм", — тип яҙған ул "Инстаграм"да.
Әлбиттә, халыҡ быға төрлөсә фекер белдергән. «Ышанмайбыҙ», «Улар Тямай менән „тусить“ итте», «Ышандыҡ, имеш. Ярай, сәбәптәре булғандыр», «Һауаланды», — тигәндәр.
«Мин Мәскәүҙән Ҡазанға 21:12 сәғәттәге рейс менән остом. Шул уҡ рейс менән Радик та осто», «Радик бер ҡасан да алдамай, һәр ваҡыт нисек бар — шулай һөйләй. Уны шуның өсөн хөрмәт итәләр ҙә. Күңелде әрнетә торған тарих уйлап табып була ине», «Уның тығыҙ концерт графигы булыу сәбәпле, һәр ваҡыт сараға килеп өлгөрөп булмай, аңлағыҙ», «Радик, һин аҡланырға тейеш түгел, беҙ барыһын да яҡшы аңлайбыҙ», — тип яҡлап яҙғандар ҙа бар.
«Татарса йырҙар» каналында "Ә беҙ беләбеҙ, ул Мәскәүҙә эшҡыуар Ильяс Вәлиуллиндың тыуған көнөндә ине! Бөтә Мәскәү эшҡыуарҙарына „Уфтанма"ны йырлап күрһәтте, маладис", Радиктың „гастролдә инем“ тигәненә яуап итеп „тыуған көндә йырлау гастролгә инәме ни ул?“ кеүек яҙмалар ҙа бар...