газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 11:10

Ил башлығы 2020 йылда закон сығарыусылар алдында торған бурыстарҙы билдәләне

Бизнес-мөхитте яҡшыртыу, инвестицияларҙы йәлеп итеүҙең һәм һаҡлауҙың йоғонтоло инструменттарын булдырыу, шулай уҡ контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге ҡағиҙәләрен актуалләштереү 2020 йылға закон сығарыу көн тәртибендә өҫтөнлөклө булып тора. Был турала Рәсәй Президенты Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы етәкселәре менән осрашыуҙа белдерҙе.

Путин сенаторҙарға һәм депутаттарға ағымдағы йылдағы конструктив һәм йөкмәткеле эше өсөн рәхмәт белдерҙе, 2019 йылда ҡабул ителгән хоҡуҡи акттар социаль һәм демография сәйәсәтенә, иҡтисади өлкәһенә, дәүләттең суверенитетын һаҡлау һәм уның хәүефһеҙлегенә ҡағылды, тип билдәләне.
Президент Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы дөрөҫлөктө ныҡлы яҡларға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Осрашыуҙа дәүләт башлығы Конституцияны үҙгәртеү тураһындағы һорауҙы ла күтәрҙе.
- Минең уйымса, Конституцияның нигеҙен тәшкил иткән положениеларҙы теймәҫкә, ә Конституцияны үҙгәртмәҫкә, әммә тормош үҙгәрешенә бәйле әйберҙәрҙе икенсе төрлө көйләргә мөмкин булыр ине, - тине президент.
#ВладимирПутин
Читайте нас: