Шәмбе көн Әбйәлил районында булған ҡот осҡос автомобиль аварияһы бар республиканы тетрәндергәйне. “Шкода Фабиа” менән “ЗАЗ Шанс” еңел машинары бәрелеп бер юлы өс кеше һәләк булды, биш кеше, шул иҫәптән балалар дауаханаға оҙатылды.
Әле һәләк булғандарҙың кемлеге асыҡланды. “ЗАЗ Шанс” руле артында 21 йәшлек егет ултырған. Ул һәм уның 27 йәшлек пассажиры урында һәләк булған. Өсөнсө ҡорбан - “Шкода”ның пассажиры, ул 53 йәшлек ҡатын. Йәрәхәтләнеүселәр - “Шкода” водителе һәм уның ике пассажиры һәм “Шанс”тың пассажирҙары.
Һүҙ ҙә юҡ, ҡорбандар йәл. Айырыуса йәшәргә лә өлгөрмәгән йәш егеттәр. Һәләк булған егеттәр Әбйәлил районы кешеләре булған. Улар 21 йәшлек Айгиз К. менән 27 йәшлек Ирек Ф. Таныштары һөйләүенсә, улар Магнитогорск ҡалаһына китеп барған. Егеттәр был ҡаланың металлургия комбинатында эшләгән. Ике пассажирҙы юлда ултыртып алғандар һәм алып барып ҡуйырға булғандар.
- Мин эштән ҡайтып килә инем, аварияның бик етди икәнлеген күреп туҡтаным. Аҙаҡ беҙҙә эшләгән егеттәр үлгәнен ишеттем, – ти Илһам исемле егет. - Минең белеүемсә, “Шкода” болғанып китә һәм ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға.
Егеттәр өйләнергә лә өлгәрмәгән. Ирек үҙенең өлкән йәштәге атаһы, Айгиз ата-әсәһе, ҡустыһы һәм һеңлеһе менән йәшәгән.
- Беҙ бик һәйбәт, егәрле һәм алсаҡ егеттәрҙе юғалттыҡ, - ти ата-әсә һәм яҡындары.
Автомобиль аварияларында иң ҡурҡынысы - ҡапыл өҙөлгән ғүмерҙәр. Әле генә пландар ҡороп, эш буйынса тип китеп бараһың, икенсе мәлдә - һин юҡ. Шуға күрә һаҡлыҡ тураһында онотмайыҡ.