Новости
23 Декабря 2019, 19:22

Түрәләр текә байрам итмәйәсәк

Радий Хәбиров чиновниктарға корпоратив үткәреүҙе тыйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров чиновниктарға корпоратив үткәреүҙе тыйҙы. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы чиновниктарҙан артығын ҡыланмауҙарын һораны.

«Бер бокал шампан шарабы, бер рюмка араҡы - былары мөмкин. Ләкин бер ниндәй фейерверктар ҙа кәрәк түгел. Ҡәтғи һорайым. Яҡшыраҡ йәшәй башлаһаҡ, байрам итербеҙ», - тине Хәбиров.

Ул район башлыҡтарын коллективтарға рәхмәт әйтергә ҡушты: йыл ваҡиғаларға бай булды һәм байтаҡ эштәр башҡарылды.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәтендә лә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә лә корпоративтар булмай.
Читайте нас