газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 11:00

Путин Кремлдә сенаторҙар һәм депутаттар менән аралашасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы етәкселеге менән осраша. Унда киләһе йылға ҡануниәтте үҫтереү һәм камиллаштырыуҙың өҫтөнлөктәре билдәләнәсәк. Осрашыу Кремлдә уҙасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы етәкселеге менән осраша. Унда киләһе йылға ҡануниәтте үҫтереү һәм камиллаштырыуҙың өҫтөнлөктәре билдәләнәсәк. Осрашыу Кремлдә уҙасаҡ.
«2019 йылға парламентарийҙар эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаласаҡ һәм киләһе йылға ҡануниәтте камиллаштырыуҙың өҫтөнлөктәре билдәләнәсәк», - тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
«Ғәҙел Рәсәй» лидеры Сергей Миронов билдәләүенсә, был - палаталар, профиль комитеттар рәйестәренең ҡыҫҡа отчеты. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһе Сергей Неверов әйтеүенсә, дәүләт башлығы менән осрашыуҙа Дәүләт Думаһының көҙгө һәм буласаҡ яҙғы сессияның актуаль һорауҙарын ҡарау планлаштырыла.
Федерация Советының социаль комитеты етәксеһе Валерий Рязанский фекеренсә, осрашыуҙа социаль тематика, шул иҫәптә демография һәм граждандарҙың санатор-курорт дауаланыуы һорауҙары ҡараласаҡ. Ул ауылда 30 йылдан ашыу эшләп, объектив сәбәптәр арҡаһында балаларына ҡалаға күскән хеҙмәт ветерандарына ҡарата дәүләт ярҙамы тураһындағы һорауҙы ҡабат тикшерергә кәрәк, тигән уйҙа. Шулай уҡ комитет етәксеһе фекеренсә, «Демография» милли проектын тормошҡа ашырыу тураһында һорау ҙа күтәреләсәк. Рязанский иҫәпләүенсә, был һорауҙа матди ярҙам ғына етмәй, дөрөҫ эш итеүҙең тулы бер сылбыры булырға тейеш.
#ВладимирПутин
Читайте нас: