газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 11:00

Киләһе йылда ла эштәр дауам итәсәк

2020 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, республикала 107 объект төҙөү һәм ремонтлау ҡаралған.

2020 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, республикала 107 объект төҙөү һәм ремонтлау ҡаралған. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.
Әйтәйек, 63 объект Өфө агломерацияһында ремонтланасаҡ, 70 километр оҙонлоғонда юл ремонтланасаҡ, 12 светофор, юл хәрәкәте менән идара итеүсе 20 автоматик система ҡуйыласаҡ, тротуарҙарға 1200 погон метр ҡойма ҡуйыласаҡ, 131 метрлыҡ күпер һалынасаҡ. Өфө буйынса дөйөм финанслау күләме 2020 йылда 4150,4 миллион һум тәшкил итәсәк.
- Бөгөнгә 59 объект буйынса контракт төҙөлгән, планға бөтә объекттар ҙа индерелгән. Йыл аҙағына тиклем контракттар тулыһынса төҙөлөп бөтәсәк, - тине Тимур Мөхәмәтйәнов.
Киләһе йылда юл фонды күләме 19,1 миллиард һум булыр, тип күҙаллана, шул иҫәптән 1,8 миллиарды - федераль бюджеттан, 17,3 миллиард һумы республика бюджетынан.
#Миллипроекттар
Читайте нас: