Мәғариф министры Яңы йыл каникулдарына уҡыусыларға өй эше бирмәҫкә ҡушты. Ҡышҡы каникулдарҙы бала-саға саңғыла, конькиҙа шыуам тип көтөп ала. Ә уларға был ялдарға ла әллә нисә бит яҙма эш, тиҫтәләгән бит дәреслек уҡырға биреүҙәренә ҡарата Рәсәй мәғариф министры Ольга Васильева үҙенең ҡәтғи ризаһыҙлығын белдерҙе. Был хаҡта “Российская газета”һы хәбәр итә.
“Ял итәһе һәм урамда уйнайһы урынға балалар бер нисә реферат яҙа һәм параграфтар ятлай. Был нормаль хәлме? - ти ул. - Юҡ, әлбиттә. Мин был хаҡта уҙған йылда әйткән инем һәм хәҙер ҡабатлайым: каникулға өй эше бирмәҫкә кәрәк!"
Әйткәндәр һүҙҙә генә ҡалмаһын ине. Исмаһам, балалалар ҙа, ата-әсәләр ҙә бер аҙ ял итеп ҡалыр ине.