газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 01:35

Донъя йәме гаджеттарҙа микән?

Мәскәүҙә 15 йәшлек ҡыҙ бала ата-әсәһе гаджеттар менән ҡулланырға рөхсәт итмәгән өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалған.

Мәскәүҙә 15 йәшлек ҡыҙ бала ата-әсәһе гаджеттар менән ҡулланырға рөхсәт итмәгән өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалған.8 класс уҡыусыһының кәүҙәһе күп ҡатлы йорттарҙың береһенең тәҙрәләре аҫтында табылған. 15 йәшлек ҡыҙ әсәһе, атаһы һәм ике һеңлеһе менән өс бүлмәле фатирҙа йәшәгән. Бөтә ғаилә өйҙә булған. Бер мәл әсә балалар бүлмәһенән ҡысҡырған тауыш ишеткән - ҡыҙҙар араһында ғауға сыҡҡкан булған. Ҡатын был хәлдә өлкән ҡыҙын ғәйепләгән. Ул, әсәһенә асыуланып, үҙ бүлмәһенә кереп бикләнә.

Бер нисә минуттан һуң ҡыҙҙың атаһы уның кәүҙәһен үҙҙәренең йорто тәҙрәһе аҫтында таба. Ҡыҙҙы дауаханаға оҙатҡандар, әммә ул аңына ла килмәйенсә йән бирә.

Туғандары һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡыҙ тиҙ ҡыҙыусан, үпкәсел бала булған, йыш ҡына туғандарына үпкәләгән. Ҡыҙ фекеренсә, ата-әсәһе уның иркен артыҡ сикләгән, гаджеттарҙан теләгәнсә файҙаланырға ирек бирмәгән. Бөтә бәхет гаджеттарҙа ғына микән ни? Үҫмерҙәр шуны аңламай шул...
Читайте нас: