газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 00:50

Бер айға... 250 мең һум!

Ҡалтасы районында була был хәл. Бер ханым, ҡулланылған электр энергияһы өсөн квитанция алғас, йығылып китә яҙа: әлеге квитанцияла күрһәтелгәнсә, уға бер айға... 250 мең һум түләргә кәрәклеге билдәле булған!

Ҡалтасы районында була был хәл. Бер ханым, ҡулланылған электр энергияһы өсөн квитанция алғас, йығылып китә яҙа: әлеге квитанцияла күрһәтелгәнсә, уға бер айға... 250 мең һум түләргә кәрәклеге билдәле булған!
Был тиклем электр энергияһын ул, әлбиттә, ҡулланмаған. Уның электр счетчигы шулай "етеҙ" эшләй башлаған.
Үҙенең хаҡлығын дәлилләү өсөн ҡатынға суд тупһаһын оҙаҡ ҡына тапарға тура килгән. Шөкөр, ошо көндәрҙә суд ҡарары иғлан ителгән. Белгестәр электр счетчигын тикшергәс, уның төҙөк булмауын асыҡлаған. Судҡа мөрәжәғәт иткән ҡатын еңел һулаған: унан 250 мең һумды түләтмәйәсәктәр.

Бындай ауыр хәлдә ҡалмаҫ өсөн электр счетчигы күрһәткестәрен ай һайын күҙәтеп, яҙып барыу хәйерле. Әгәр ҙә инде ҡулланылған энергия уртаса нормативтарҙан ныҡ артып китә икән, йыһазды тикшертеү зарур. Файҙаланыу ваҡыты аҙағына яҡынлашҡанда айырыуса иғтибарлы булығыҙ, йыһаздың сафтан сығыуы баш бәләһе булырлыҡ хәлдәргә килтермәһен.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.
Автор: Самат Ғәлин ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ber-ay-a--250-me--um-51309/
Читайте нас: