Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Ҡырым күперенең тимер юлы өлөшөн асыу тантанаһында ҡатнаша. Уның аша Рәсәйҙең материк өлөшөнән ярымутарауға һәм был яҡҡа поездар йөрөйәсәк.
Краснодар крайынан Ҡырымға һалынған күпер - Рәсәйҙә иң оҙондарҙан иҫәпләнә, уның оҙонлоғо 19 километр тәшкил итә. 2018 йылдың майында ил башлығы күперҙең автомобилдә йөрөү өлөшөн асҡайны. Ул ваҡытта “Камаз” руле артына ултырып Владимир Путин өс тиҫтәнән торған йөк машиналары колоннаһы башында үтә һәм ошоноң менән күперҙең ныҡлығын һынап ҡарай.
Ҡырым ярымутрауына тәүге поезд 23 декабрҙә Санкт-Петербургтан юлланасаҡ. “Таврия” тип аталған поезд Мәскәүҙән көндөҙгө сәғәт 2-лә ҡуҙғала, состав Севастополгә бара һәм 2741 км юл үта. Юлға 43,5 ваҡыт китәсәк.
“Гранд Сервис Экспресса” вәкиле хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙән Симферопалгә юл хаҡы купела 2966 һум, СВ-ла 9952 һум тора.
Яҙға һәм курорт миҙгеле башланыуға Ҡырым ҡалаларына Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә поездар ебәреү ҡарала.
#ВладимирПутин