Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 11:23

Скотч - тынысландырыу сараһымы?

Волгоград өлкәһендәге мәктәптәрҙең береһендә башланғыс кластар уҡытыусыһы балаларҙы тынысландырыу өсөн үҙ алымын ҡуллана икән.

Волгоград өлкәһендәге мәктәптәрҙең береһендә башланғыс кластар уҡытыусыһы балаларҙы тынысландырыу өсөн үҙ алымын ҡуллана икән. Ул уҡыусыларҙың ауыҙын скотч менән йәбештереп ҡуя. Был турала урындағы матбуғат сараларына һылтанма менән «Вести» каналы хәбәр итә. Уҡытыусы балаларҙың шаулашып ултырыуына асыулана. Уҡусыларҙы аҙ ғына тауышығыҙ сыҡһа ла, ауыҙығыҙҙы скотч менән йәбештереп ҡуям, тип алдан уҡ киҫәтеп тә ҡуя. Шулай килеп сыға ла. Балалар иһә был турала ата-әсәһенә һөйләй.Әлеге ваҡытта мәктәптә тикшереү бара. Уҡытыусы үҙе больничныйға киткән, тип хәбәр ителә.
Читайте нас: